Ғайса Хөсәйенов (1928)

Слайд 2

Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт Фәндәр академияһы академигы, ғалим һәм языусы

Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт Фәндәр академияһы академигы, ғалим һәм языусы

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуа.
Слайд 3

Ғилми хеҙмәткәрлеге, ижады хаҡында Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми

Ғилми хеҙмәткәрлеге, ижады хаҡында

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр

авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М.Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты
Слайд 4

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены

һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡортостан Республикаһы (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
Слайд 5

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен

әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.
Ғ. Хөсәйенов проза өлкәһендә лә эшләй. Бигерәк тә тарихи проза өлкәһендә ижады емешле. Әҙип “Ҡанлы илле биш” романын, “Алдар батыр Ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы” повестарын яҙҙы.