Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев

Содержание

Слайд 2

Батырҙың тыуған ере Салауат Юлаев 1754 йылда элекке Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙөй

Батырҙың тыуған ере

Салауат Юлаев
1754 йылда элекке Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙөй

волосы (хәҙерге Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.
Слайд 3

Салауат – «булғадир» 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауат Пугачевтың

Салауат – «булғадир»

1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында

Салауат Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһы, уның иң ҡыйыу полководецы – «булғадир»ы булған.
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә.
(Халыҡ һүҙҙәре һәм көйө)
Слайд 4

Салауат – милли батыр А.С.Арыҫланов «Салауат менән Пугачев» 1983 йыл

Салауат – милли батыр

А.С.Арыҫланов «Салауат менән Пугачев» 1983 йыл

Слайд 5

Салауат – милли батыр 1773 йылдың көҙөндә Яйыҡ(Урал) йылғаһы буйында Емельян

Салауат – милли батыр

1773 йылдың көҙөндә Яйыҡ(Урал) йылғаһы

буйында Емельян Пугачев етәкселегендәге восстание башла- нып киткәс,рус колонизаторҙарына һәм башҡорт байҙарына ҡарата аяуһыҙ үс һаҡлап килгән башҡорт халҡын Салауат яуға күтәргән.
Слайд 6

Салауат – шағир-импровизатор Салауат йәштән үк гүзәл тәбиғәтте, тыуған ерен ныҡ

Салауат – шағир-импровизатор

Салауат йәштән үк гүзәл тәбиғәтте, тыуған ерен

ныҡ яратҡан, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынған.Оҙаҡламай үҙе лә йырҙар, шиғырҙар сығара башлаған,ҡурайҙа ла оҫта уйнаған.
Слайд 7

Салауат – шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Шиғырҙарында

Салауат – шағир-импровизатор

Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле.
Шиғырҙарында

Тыуған илгә һөйөү, иҙеүселәргә ҡаршы көрәшкә өндәү, ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло мөхәббәт тойғо- лары сағыла.
Слайд 8

Салауат ҡалаһында батыр һәйкәле

Салауат ҡалаһында
батыр һәйкәле

Слайд 9

Салауат музейы Малояҙҙа батырға музей асыу тарихы 1965 йылда башлана.Тәүҙә музей

Салауат музейы

Малояҙҙа батырға музей асыу тарихы 1965 йылда башлана.Тәүҙә

музей мәктәп бинаһында асыла. 1991 йылда Салауат музейы яңы бинаға күсерелә. Музейҙың авторы-архитектор А.В.Клемент.
Слайд 10

Музейҙағы экспонаттар Салауаттың эйәре һәм ҡылысы

Музейҙағы экспонаттар

Салауаттың эйәре һәм ҡылысы

Слайд 11

Салауат мәмерйәһе Халыҡта һаҡланған риүәйәт буйынса,был мәмер- йәлә Салауат Юлаев эҙәрләүсе


Салауат мәмерйәһе
Халыҡта һаҡланған риүәйәт буйынса,был мәмер-
йәлә Салауат Юлаев

эҙәрләүсе батша карателдә-
ренән йәшеренгән.Мәмерйә Йүрүҙән йылғаһын-
дағы ҡаяла урынлашҡан.
Слайд 12

Батыр исемен йөрөткән пароход

Батыр исемен йөрөткән пароход

Слайд 13

Үлемһеҙ батыр Ул ваҡыттағы башҡа восстаниелар кеүек үк, Пугачев етәкселегендәге восстание

Үлемһеҙ батыр

Ул ваҡыттағы башҡа восстаниелар кеүек үк, Пугачев етәкселегендәге

восстание ла еңелеү менән бөтә.1775 йылда Пугачев язалап үлтерелә;Салауат менән атаһы Юлайҙы, ҡаты язалағандан һуң, Балтик диңгеҙе буйына мәңгелеккә һөргөнгә ебәрәләр.25 йыл каторгала булғандан һуң, Салауат Юлаев 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
Слайд 14

Батыр эҙҙәре буйлап Салауаттың һуңғы көндәре үткән Рогервик ҡәлғәһе.

Батыр эҙҙәре буйлап

Салауаттың
һуңғы көндәре
үткән Рогервик ҡәлғәһе.

Слайд 15

Әҙәбиәттә Салауат образы

Әҙәбиәттә Салауат образы


Слайд 16

Һүрәттәрҙә батыр образы Ф.Исмәғилев, И.Ғаянов «Оран»

Һүрәттәрҙә батыр образы

Ф.Исмәғилев, И.Ғаянов «Оран»

Слайд 17

Герой образы сәхнәлә 1955 йылда Заһир Исмәғилев ижад иткән «С.Юлаев» операһы

Герой образы сәхнәлә

1955 йылда
Заһир Исмәғилев ижад иткән

«С.Юлаев» операһы сәхнәгә сыға.Салауат ролен артист Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара.
Слайд 18

«Салауат Юлаев » кинофильмы Салауат ролен артист Арыҫлан Мөбәрәков башҡара.Режиссеры – Я.А.Протазанов

«Салауат Юлаев » кинофильмы

Салауат ролен артист Арыҫлан Мөбәрәков башҡара.Режиссеры – Я.А.Протазанов

Слайд 19

Батыр исеме онотолмаҫ 1993 йылдың 12 октябрен-дә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы

Батыр исеме онотолмаҫ

1993 йылдың 12 октябрен-дә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы

ҡабул ителде. Гербтың нигеҙендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың республика символына әйләнгән һәйкәле сағылыш тапҡан. Гербтың проектын рәссам Фазлетдин Ислахов эшләне.
Слайд 20

Батыр исеме онотолмаҫ 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Законы менән Салауат Юлаев

Батыр исеме онотолмаҫ

1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Законы менән Салауат Юлаев

ордены билдәләнә.Был награда фән,мәҙәниәт,сәнғәт,әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар,шәхси батырлыҡтар өсөн бирелә. Тәүге наградаға 2000 йылда композитор Заһир Исмәғилев лайыҡ булды.
Слайд 21

Юлай улы Салауат Йылдар түгел, хатта быуаттар ҙа Юялмаҫлыҡ эҙҙәр бар

Юлай улы Салауат

Йылдар түгел, хатта быуаттар ҙа
Юялмаҫлыҡ эҙҙәр бар икән.
Баш ҡайтмаҫлыҡ

хәтәр яҡтарҙан да
Урап ҡайтҡан ирҙәр бар икән…
Батырҙарҙың тыуған йылы була,
Вафат булған йылы билгеһеҙ,
Салауаттың да шанлы ғүмер юлы
Халыҡ ғүмере һымаҡ үлемһеҙ!
Рәми Ғарипов