Азат ҡустым һине оло юбилейың менән ҡотлайбыҙ

Слайд 2

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән, тиҙәр, Дөрөҫ һүҙҙәр, күптәр килешә. Бәхет бит ул,

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән, тиҙәр,
Дөрөҫ һүҙҙәр, күптәр килешә.
Бәхет бит ул, әгәр һөйгән

йәрең,
Ҡайғы-шатлыгыңды бүлешһә.
Хөрмәт итһә һине ысын күңелдән,
Ауыр сакта булһа ир-терәк,
Бер һүҙһеҙ ҙә һине аңлай белһә,
Бәхет өсен тағы ни кәрәк?
Тоғро булһа һиңә, ихлас һөйһә,
Балаларға булһа ысын атай,
Ундай ирҙән, халыҡ, хаҡ әйтәмме,
Йөрәктәргә һары май ята.
Слайд 3

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә, Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая. Шул минутта унан

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,
Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.
Шул минутта унан матурыраҡ
Бер кем

дә юҡ кеүек донъяла.
Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,
Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,
Был донъяның бөтә мәшәҡәтен
Оноттороу серен белә ул.
Кескәйҙәрем ҡулдарымда саҡта
Бәхетемә, гүйә, донъя тар.
Балаларым шат йылмайһын өсөн,
Тыныс булһын, бер үк, донъялар!