Һуңғы яугир Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына

Содержание

Слайд 2

Инеш Бөйөк Ватан һуғышына йөҙләп ир-егетен оҙатҡан Мәҫкәү ауылы халҡы бынан

Инеш

Бөйөк Ватан һуғышына йөҙләп ир-егетен оҙатҡан Мәҫкәү ауылы халҡы бынан 17

йыл элек 17 ноябрҙә үҙенең иң оло һәм һуңғы яугирен һуңғы юлға оҙатты. Шуға күрә, эҙләнеү эшем – һуңғы яугир Солтан Ғимал улы Сәйетғәлин бабай тураһында булыр. Быйыл уның тыуыуына 101 йыл булыр ине...
Ер йөҙөндә бер нәмә лә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Тыныс тормош яулап биргәне, ғүмере буйы тыуған халҡына хеҙмәт иткәне өсөн, беҙ уларҙы ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ.
Слайд 3

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан – йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан – йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы

әле лә кешеләргә тынғылыҡ бирмәй. Бигерәк тә, ул йылдарҙа ауырлыҡтарҙы күргән һуғыш яугирҙәре, тыл ветерандары бөгөн дә онотолмай. Беҙ йыл да «Үлемһеҙ полк» парадына сығабыҙ, олатайҙарҙы иҫкә алабыҙ, уларға ҙур рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
Слайд 4

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Был тема бөгөнгө көндә актуаль тип һанайым. Сөнки,

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Был тема бөгөнгө көндә актуаль тип һанайым. Сөнки,

һәр беребеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын белергә, уларға ҡарап һоҡланырға һәм шул заман кешеләренә оҡшарға тырышырға тейешбеҙ.
Тикшеренеү маҡсаты. Һуңғы яугирҙең тормош юлы менән яҡындан танышыу. Һуғыштан ҡайтҡаны бирле тыуған ауылында эшләгән һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын иҫкә алыу.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Был эшем Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Беҙҙең быуын кешеләре Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Олатайҙарыбыҙҙың үлемһеҙлеге аша яулана был Еңеү. Эшем һуғыш яугирҙәре тураһында ҡыҙыҡһынырға ярҙам итәсәк, иптәштәрем яҡташтары менән ғорурланып йәшәйәсәктәр, уларҙың яулаған тыныс тормошон дауам итәсәктәр.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 5

I бүлек. Бер нәмә лә эҙһеҙ ҡалмай Мин был тикшеренеү эшемдә

I бүлек. Бер нәмә лә эҙһеҙ ҡалмай

Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү

ауылында йәшәгән, һуғышта ҡатнашҡан һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләгән Солтан Ғимал улы Сәйетғәлин тураһында һөйләмәксемен.
Солтан Ғимал улы бик игелекле, ярҙамсыл, яҡшы кеше булып йәшәгән, тиҙәр. Шуғалыр ҙа уға яҙмыш оҙон ғүмер бүләк иткәндер. Һәм ул иң һуңғы яугир булып Мәҫкәү халҡының хәтерендә ҡалды.
Слайд 6

1. Сәйетғәлин Солтан Ғимал улының биографияһы Солтан бабай 1918 йылдың 15

1. Сәйетғәлин Солтан Ғимал улының биографияһы

Солтан бабай 1918 йылдың 15 июлендә

крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1928 йылда пионерға алына. Ун йәшлек пионер эш башлай. Яҙын байҙарҙың ерен тырмата, көҙөн иген һуғырға йөрөй.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 7

«Яңы юл» колхозы эшсеһе 1929 йылда ауылда колхоз төҙөлә, уға “Яңы

«Яңы юл» колхозы эшсеһе

1929 йылда ауылда колхоз төҙөлә, уға “Яңы юл”

тигән исем бирәләр. Шунан Солтан Ғимал улы колхозда эшләй башлай. 1933 йылда уны партия ағзаһына алалар.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 8

1934 йылда Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә 6-сы класта уҡый. Уны еҙнәһе Ишмөхәмәт Хәмитов

1934 йылда Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә 6-сы класта уҡый. Уны еҙнәһе Ишмөхәмәт Хәмитов

уҡыта. Шулай итеп, ул ете класлы белем ала.
Слайд 9

1938 йылда “Яңы юл” колхозы идараһы Солтан Ғимал улын Ахун ауылына

1938 йылда “Яңы юл” колхозы идараһы Солтан Ғимал улын Ахун ауылына

иҫәпселәр курсына уҡырға ебәрә. Бер йылдан һуң, уҡыуҙы тамамлап, үҙенең колхозына иҫәпсе вазифаһын башҡарырға ҡайта.

(фото интернеттан алынды)

Слайд 10

2. Армияға тиклемге йылдары. Солтан Ғимал улы дәртле сәхнә оҫтаһы ла,

2. Армияға тиклемге йылдары. Солтан Ғимал улы дәртле сәхнә оҫтаһы ла,

спортсы ла

Эш араһында егет ауылда клуб мөдире эшен дә алып бара. Элек был эште культурник тип йөрөткәндәр. Клубта берҙән-бер уйын ҡоралы – йомро мандолина булған. Солтан бабай үҙе лә уйнарға өйрәнә, башҡаларҙы ла өйрәтә. Кисен, эштән һуң, төрлө тамашалар ойошторорға өлгөрә, спектаклдәр ҡуйырға әүәҫ була.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 11

Солтан бабай спорт менән дә дуҫ була. Шуға ла ул һомғол

Солтан бабай спорт менән дә дуҫ була. Шуға ла ул һомғол

буйлы, ябыҡ кәүҙәле булған. Ҡышын конькиҙа шыуыу буйынса, йәйен йүгереү буйынса малайҙар араһында ярыш үткәрер булған. Еңеүселәр өсөн бүләктәр ҙә биргән. Дәфтәр, ҡәләм, юйғыс биргән, аҡсаны ҡайҙан алғандыр инде, әмәлен табырға тырышҡан. Уны, хатта, “беҙҙең тренерыбыҙ” тип йөрөткәндәр.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 12

Элек Мәҫкәү халҡы Үрге Урал баҙарына һатынырға йөрөгән. Солтан Ғимал улы

Элек Мәҫкәү халҡы Үрге Урал баҙарына һатынырға йөрөгән. Солтан Ғимал

улы ла талдан тауыҡ, ҡаҙ ояһы үреп һатҡан. Ваҡыты булғанда балыҡ тотҡан, төлкө, ҡуянға тоҙаҡ ҡорған. Яҙғы һабантуйҙары, бәйгеләр Солтан бабайһыҙ үтмәгән.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 13

(фотолар интернеттан алынды)

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 14

II бүлек. Һуңғы яугир 1. Армия йылдары 1939 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл

II бүлек. Һуңғы яугир

1. Армия йылдары
1939 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армия

сафына алына. Ауыл халҡы уны ҙур хөрмәт менән, бик шәп «Поляковка» исемле айғырҙың ял – ҡойроғона ҡыҙыл таҫмалар тағып, урам буйлап тарантаста йөрөтөп оҙатҡандар.
21 йәшлек егет Приморьела хеҙмәт итә. Гродеково станцияһы янында торалар. Японияға ҡаршы һуғыш башлағас, Солтан бабай һуғышҡа эләгә. 37 миллиметрлы зенит полкы составында һуғыша – һуғыша Харбинға тиклем барып етәләр. Юғалтыуҙар ике яҡтан да күп була.
Солтан Ғимал улы армиянан 1946 йылдың 24 июнендә тыуған ауылына ҡайтып төшә.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 15

2.Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ғаиләһе Ҡайтҡас та колхоз бухгалтерияһында иҫәпсе булып

2.Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ғаиләһе

Ҡайтҡас та колхоз бухгалтерияһында иҫәпсе булып

эшкә урынлаша. Ошо уҡ йылда күрше Ташҡыя ауылынан Әҙеһәм ҡарттың ҡыҙы Салихаға өйләнә. Ике бүлмәле йорт һалып керәләр. Баҡса үҫтереп, мал аҫырап йәшәп китәләр. 52 йыл буйы бер-береһенә терәк булып, донъя көтә улар. Береһенән – береһе һылыу ике ҡыҙ һәм эшкә уңған ике ул үҫтерәләр. Балаларына белем бирәләр, кеше итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салиха Әҙеһәм ҡыҙы 1998 йылда 70 йәшендә вафат була.
Слайд 16

3. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлы Солтан Ғимал улы намыҫлы

3. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлы

Солтан Ғимал улы намыҫлы хеҙмәте

арҡаһында дан ҡаҙанған кеше булып йәшәй: һөтсөлөк – тауар фермаһы мөдире, 1- се бригада бригадиры, зооветтехник, Наурыҙ ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Урта белеме лә булмаған кеше шундай эштәрҙе башҡара ала! Сөнки, Солтан Ғимал улы эш һайлап тормай шул, ҡайҙа ҡушһалар, шунда бара. Совхозға ҡушылғас, атын да, һарығын да көтә, кибеттә һатыусы булып та эшләп ала.

(фотолар интернеттан алынды)

Слайд 17

Солтан Сәйетғәлин ғүмер буйына инанған коммунист булып ҡала. 1980 йылдың май

Солтан Сәйетғәлин ғүмер буйына инанған коммунист булып ҡала. 1980 йылдың май

айында 42 йыл хеҙмәт стажы менән пенсияға сыға. Тормош яратты ул, кешеләрҙе ихтирам итте, хәленән килгәнсе һәр береһенә ярҙам итте. Ауылдаштары ла уға шуның менән яуапланы.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Сәйетғәлин Солтан Ғимал улы 2002 йылдың 17 ноябрендә һуңғы яугир булып, һуңғы юлға оҙатыла.
Слайд 18

Бөгөн уның тормошон балалары, ейән – ейәнсәрҙәре дауам итә. Улар ғаилә

Бөгөн уның тормошон балалары, ейән – ейәнсәрҙәре дауам итә. Улар ғаилә

намыҫына тап төшөрмәйҙәр, матур донъя көтәләр, эшләйҙәр, уҡыйҙар.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Солтан бабай Сәйетғәлин тураһында яҡты иҫтәлек уны белгән, уның менән аралашып йәшәгән кешеләр йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Уның эше Учалы районының аяҡҡа баҫыуына ла ҙур өлөш индергән. Балалары ла Учалыны ташлап китмәй тырышып эшләнеләр.
Слайд 19

Слайд 20

Йомғаҡлау Йомғаҡлап, шуны әйтке килә: Солтан бабай батыр яугир һәм тырыш

Йомғаҡлау

Йомғаҡлап, шуны әйтке килә: Солтан бабай батыр яугир һәм тырыш

эшсе кеше булған. Тынғыһыҙ, эшһөйәр, изгелекле кеше булып ҡалған беҙҙең ауыл халҡында. Мин ауылдашым Солтан бабай менән ғорурланам. Илебеҙҙе һаҡлаусы һуғыш ветерандарын беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тиһәк, тарихты оноторға ярамай!