Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм…

Содержание

Слайд 2

Проекттың маҡсаты: Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың нигеҙен тәшкил иткән рухи

Проекттың маҡсаты:

Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың нигеҙен тәшкил иткән рухи ҡиммәттәргә

һәм башҡорт халҡының милли мәҙәниәте, ғаилә традицияларына таянып, яңы рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү системаһын булдырыу.


Слайд 3

ИДЕОЛОГИЯ – нимә ул Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып алдына үҙмаҡсат

ИДЕОЛОГИЯ – нимә ул

Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып алдына үҙмаҡсат куйып

йәшәй. Ошо үҙмаҡсаттан сығып йәмғиәт үҙ тормошонда төрлө саралар ҡуллана, йәмғиәттең үҫешенә ҡулай шарттар тыуҙыра. Ошо шарттар тәьҫире аҫтында һәр шәхестең тормошҡа үҙ идеологик ҡарашы барлыҡҡа килә һәм ул идеялар һәр кешегә етәкләүсе көс булып тора. Кешелек – ул социаль система, уның ағзалары араһында һәр ваҡыт бәйләнеш бар.

Шуға күрә, әгәр бала тәрбиәне үҙ төркөмөндә алмаһа, уға иғтибар етмәһә, ул икенсе, сит төркөмдә үҙенә иғтибар эҙләргә мәжбүр. Тимәк, баланың кем булып уҫеүе, киләсәктә йәмғиәт тормошонда ниндәй роль уйнауы уның тәрбиәләнеү мөхитенә бәйле. Тап ошонда, тәрбиә процесы бер юҫыкта барһын өсөн, төп йүнәлеш – берҙәм талаптар, йәғни беҙҙең үҙ идеологиябыҙ тороға тейеш.

Слайд 4

СССР тарҡалғандан һуң илдә әхлаҡ, рухи атмосфера ныҡ ҡаҡшаны, рухи ҡиммәттәр

СССР тарҡалғандан һуң илдә әхлаҡ, рухи атмосфера ныҡ ҡаҡшаны, рухи ҡиммәттәр

аҡса, байлыҡ кеүек ялған ҡиммәттәр менән алыштырылды. Белем биреү ойошмаларында тәрбиә биреү мәсьәләләре артҡы планға күсте.
Слайд 5

90-сы йылдарҙан башлап үҫеп килеүсе быуын, йәштәр аңында кешене кеше иткән

90-сы йылдарҙан башлап үҫеп килеүсе быуын, йәштәр аңында кешене кеше иткән

төп рухи ҡиммәттәр матди ҡиммәттәр тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла, уларҙың теләктәре, уй-хыялдары тәмле ашау, матур кейенеү кеүек бик тар нәмәләргә генә йүнәлтелә.
Слайд 6

Ғалимдар фекеренсә, йәмғиәттә халыҡ традицияларына нигеҙләнгән берҙәм идеология булдырмайынса тороп, илдәге рухи-әхлаҡи климат яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк.

Ғалимдар фекеренсә, йәмғиәттә халыҡ традицияларына нигеҙләнгән берҙәм идеология булдырмайынса тороп, илдәге

рухи-әхлаҡи климат яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк.
Слайд 7

Күптәр бындай идеологияның нигеҙен диндә күрә. Әлбиттә, донъяның барлыҡ диндәре лә

Күптәр бындай идеологияның нигеҙен диндә күрә. Әлбиттә, донъяның барлыҡ диндәре лә

тик яҡшылыҡҡа өйрәтә, һәр хәлдә уларҙың китаптарында (Библия, Ҡөрьән һ.б.) бирелгән тәғлимәттәр - кешелек тарихы тарафынан тыуҙырылған мәңгелек рухи ҡиммәттәр.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә христианство ла, ислам да был ролгә дәғүә итә алмай, сөнки уларҙың икеһендә лә күпселек ҡабул итмәгән негатив тенденциялар барлыҡҡа килде (динде эшҡыуарлыҡҡа әйләндереү, йәки бер-береһенә дошман булған ағымдарҙың барлыҡҡа килеүе).
Слайд 8

Беҙ тәҡдим иткән проект бөгөн йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим булған

Беҙ тәҡдим иткән проект бөгөн йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим булған

идеологияның нигеҙе итеп “Урал батыр” эпосын, унда бирелгән тәрбиә ҡанундарын, егеттәр өсөн өлгө итеп Урал батырҙы, ҡыҙҙар өсөн – Һомайҙы алырға тәҡдим итә.
Слайд 9

Проекттың идеяһы авторы – Мәрйәм Бураҡаева. Концепция авторҙары – Мәрйәм Бураҡаева, Фәнил Күзбәков.

Проекттың идеяһы авторы – Мәрйәм Бураҡаева. Концепция авторҙары – Мәрйәм Бураҡаева, Фәнил

Күзбәков.


Слайд 10

Проекттың концепцияһы белем биреү ойошмаларында, ауыл клубтары, китапханалар эргәһендә рухи-әхлаҡи һәм

Проекттың концепцияһы белем биреү ойошмаларында, ауыл клубтары, китапханалар эргәһендә рухи-әхлаҡи һәм

гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү үҙәктәре ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Улар “Урал батыр мәктәбе” тип аталасаҡ. Малайҙарға егеттәрсә, ҡыҙҙарға ҡыҙҙарса тәрбиә биреү маҡсатында үҙәктәр эсендә “Урал батыр ҡоро” йәки “Һомай мәктәбе”ячейкаларын булдырырға мөмкин.
Слайд 11

Финанс сығанаҡтары: Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына тәҡдим ителде һәм еңеп сыҡты.

Финанс сығанаҡтары: Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына тәҡдим ителде һәм еңеп сыҡты.

Слайд 12

ПРОЕКТ КОНЦЕПЦИЯҺЫНА ЯРАШЛЫ ЮҒАРЫЛА АТАЛҒАН ҮҘӘКТӘРҘӘ ЭШ ТҮБӘНДӘГЕ 10 ЙҮНӘЛЕШТӘ ОЙОШТОРОЛОРҒА ТЕЙЕШ

ПРОЕКТ КОНЦЕПЦИЯҺЫНА ЯРАШЛЫ ЮҒАРЫЛА АТАЛҒАН ҮҘӘКТӘРҘӘ ЭШ ТҮБӘНДӘГЕ 10 ЙҮНӘЛЕШТӘ ОЙОШТОРОЛОРҒА

ТЕЙЕШ
Слайд 13

1. Тәбиғәт – кешелектең бишеге (“Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.”) (экологик тәрбиә)

1. Тәбиғәт – кешелектең бишеге (“Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.”)

(экологик тәрбиә)
Слайд 14

2. Ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән кешеләргә, етем балаларға мөнәсәбәт - кешелеклелек үлсәме (“Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ.”)

2. Ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән кешеләргә, етем балаларға мөнәсәбәт - кешелеклелек үлсәме

(“Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ.”)
Слайд 15

3. Матди яҡтан хәлле милләттәштәрҙе проблемаларҙы хәл итешеүгә ылыҡтырыу, халҡыбыҙға һәр

3. Матди яҡтан хәлле милләттәштәрҙе проблемаларҙы хәл итешеүгә ылыҡтырыу, халҡыбыҙға һәр

ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуар егеттәрҙе балаларға өлгө итеп ҡуйыу (“Ил ынйыһын йәшереп, Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.”)
Слайд 16

4. Эскелеккә, наркоманияға һәм йәмғиәттәге башҡа кире күренештәргә ҡаршы көрәш (“Яҡшының

4. Эскелеккә, наркоманияға һәм йәмғиәттәге башҡа кире күренештәргә ҡаршы көрәш

(“Яҡшының эскәне - һыу булыр, Ямандың эскәне – ыу булыр.”)
Слайд 17

5. Тыуған ерем, тыуған илем – минең ғәзиз төйәгем (“Йәшәй торған

5. Тыуған ерем, тыуған илем – минең ғәзиз төйәгем (“Йәшәй

торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен “)
Слайд 18

6. Ата-әсә, туғанлыҡ – милләт нигеҙе, ( “Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең

6. Ата-әсә, туғанлыҡ – милләт нигеҙе, ( “Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең

хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым”) (ғаиләһенең, тыуған еренең, иленең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү)
Слайд 19

7. Аң-белем, ғилем-һөнәр – рухи камиллыҡ, етеш тормош нигеҙе (“Күккә менер

7. Аң-белем, ғилем-һөнәр – рухи камиллыҡ, етеш тормош нигеҙе (“Күккә менер

баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ.”) (аң-белемгә ынтылыш тәрбиәләү, билдәле ғалимдар, уҡытыусылар, врачтар һәм башҡа һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар ойоштороу аша)
Слайд 20

8. Изге эштәр тупланмаһы (“Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар.”) (яҡшылыҡ

8. Изге эштәр тупланмаһы (“Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар.”) (яҡшылыҡ һәм яманлыҡ

тураһында күҙаллауҙарын формалаштырыу, тормоштоң төп философияһын аңлатыу: ваҡыт үтеү менән бөтә нәмә юҡҡа сыға, ләкин яҡшылыҡ ҡына бер ҡасан да юғалмай)
Слайд 21

9. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ (“ Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ.

9. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ (“ Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе

итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ.”)
Слайд 22

10. Үлгәндәрҙе терелтер өсөн Тыуған батыр мин

10. Үлгәндәрҙе терелтер өсөн Тыуған батыр мин

Слайд 23

Был ун йүнәлеш буйынса ла ойоштороласаҡ эштәр класс етәкселәренең, мәктәптәрҙең эш

Был ун йүнәлеш буйынса ла ойоштороласаҡ эштәр класс етәкселәренең, мәктәптәрҙең эш

планында булырға тейеш.
Ҙур мәктәптәрҙә (бала һаны 400-ҙән артыҡ) эште бәләкәй кластарҙан, һәм 5-6 кластарҙан башларға, бәләкәй ауыл мәктәптәрендә бөтә мәктәпте йәлеп итергә тәҡдим итәбеҙ.
Слайд 24

Проекттың әһәмиәтен билдәләү маҡсатында Ғафури районы Красноусол башҡорт, Мәләүез ҡалаһының Кинйә

Проекттың әһәмиәтен билдәләү маҡсатында Ғафури районы Красноусол башҡорт, Мәләүез ҡалаһының Кинйә

Арыҫланов исемендәге 9-сы, Дүртөйлө районы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимнзияларында, Баймаҡ районы Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында, «Айыуҡай» балалар баҡсаһында һәм Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәрендә проектты тормошҡа ашырыу эксперимент рәүешендә барасаҡ.
Слайд 25

Һәр йүнәлеш буйынса башҡарылырға тейешле эштәр (айырым программа).

Һәр йүнәлеш буйынса башҡарылырға тейешле эштәр (айырым программа).

Слайд 26

Башҡарылған эштәр: 1. «Бәйләнеш» социаль селтәрендә «Урал батыр» төркөмө булдырылған, уның

Башҡарылған эштәр:
1. «Бәйләнеш» социаль селтәрендә «Урал батыр» төркөмө булдырылған, уның эсендә

һәр йүнәлеш буйынса әңгәмәләр эшләнде. Уларҙа һеҙгә ярҙамға төрлө материалдар һәм кәрәкле мәғлүмәттәр һалынып барасаҡ.
2. «Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм» китабы сығарылды.
3. «Положение о добровольных объединениях – Центрах духовно-нравственного и гражданско-патриотического воспитания детей и молодежи и в целом населения» тигән документ эшләнде.
4. Бынан тыш телевидение, радио, ваҡытлы матбуғат биттәрендә проект авторҙары даими сығыш яһаясаҡ, был сығыштарға ошо проектты тормошҡа ашырыусылар ҙа йәлеп ителәсәк.
Слайд 27

Беҙҙең менән бәйләнеш: Урал батыр төркөмө (https://vk.com/club175313100) 8927 33 40 054 телефоны.

Беҙҙең менән бәйләнеш:
Урал батыр төркөмө (https://vk.com/club175313100)
8927 33 40 054 телефоны.