Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йылҡыбаева Гөлсөм Урал ҡыҙы

Содержание

Слайд 2

Маҡсат: 1) Башҡортостан Хөкүмәте Башлығы бойороғон тормошҡа ашырыу, Белорет районы Шығай

Маҡсат:

1) Башҡортостан Хөкүмәте Башлығы бойороғон тормошҡа ашырыу, Белорет районы Шығай урта

дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдинов исеме биреү.
2)Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район - ҡала семинарын ойоштороу, алып барыу.
3)Уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләү.
Слайд 3

Кем ул Шаһи Ямалетдинов? Ш. Я. Ямалетдинов 1914 йылдың 20 апрелендә

Кем ул Шаһи Ямалетдинов?

Ш. Я. Ямалетдинов 1914 йылдың 20 апрелендә

Белорет районы Шығай ауылында тыуған. 1930 й Сермән урта мәктәбен тамамлай. Артабан Шығай ауылы Советында секретарь булып эшләй.1936 й хәрби хеҙмәткә алына һәм ике йылдан һуң хәрби бурысын үтәп ҡайта. 1941й октябрендә һуғышҡа алына.Сталинград һәм ll Украина фронтында полк командиры була, ике тапҡыр яралана. Түбәндәге яҙма уның батырлығы тураһында бара:
«... Чехословакияның Брно ҡалаһының көньяҡ –көнбайыш йүнәлешендә барған һуғыштарҙа иптәш Ямалетдинов ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтте. Брно ҡалаһына рейдта уның танкыһы баш дозорҙа хәрәкәт итте. Туҡтауһыҙ күҙәтеп, рельефтарҙы дөрөҫ файҙаланып, дөрөҫ һәм сая хәрәкәттәре менән экипажы батальон өсөн юл ярҙы.Попувки ауылы янында дошман ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтте. Дөрөҫ маневр яһап, орудие командиры Ямалетдинов өс пушканы юҡ итте. Яңғыҙ танкының был һөжүменән дошман сигенергә мәжбүр булды.
Һөжүм ваҡытында автоматсылар утынан командир Сидоренко һәләк була һәм Ямалетдинов танк менән командалыҡты үҙ өҫтөнә ала. Веселки ауылына яҡынайған һайын, дошман ҡаршылығы тағы ла
арта.
Слайд 4

Бигерәк тә, подвалдарҙа, канауҙарҙа, өй баштарында нығынған ФАУ –снарядлы танк истребителдәре

Бигерәк тә, подвалдарҙа, канауҙарҙа, өй баштарында нығынған ФАУ –снарядлы танк истребителдәре

активлаша һәм алға барыуҙы ауырлаштыра. Ҙур тиҙлектә, бер туҡтауһыҙ ут яуҙырып, Ямалетдинов ундан ашыу ФАУ -снарядлыларҙы юҡ итә. Дошман “Т- 34”юлына танк һәм артиллерия ҡуя. Ямалетдинов һаны буйынса күпкә артыҡ булған дошман менән тиңһеҙ алыш башлай. Бик ҡыҫҡа һәм ҡаты һуғышта фашистарҙың тағы өс танкы юҡ ителә. Экипаж уңдан урап дошман тылына сыға һәм немецтар иҫенә килгәнсе, ут яуҙырып, танк менән биш пушканы иҙә. Бындай саялыҡты көтмәгән дошман сигенергә мәжбүр була. Ошо 4 -5 сәғәт барған ҡаты алышта иптәш Ямалетдинов үҙенең экипажы менән 5 танк, 8 пушка, 3 бронетранспортер һәм 30 –ҙан ашыу һалдат һәм офицерҙы юҡ итеп, батальон алдында ҡуйылған хәрби бурысты уңышлы үтәргә булышлыҡ итте. Дошман артабан ҡаршылыҡ күрһәтә алманы.
Ямалетдинов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы.
2 –се танк батальоны командиры Сучков –Кондратов. 7 май 1945 йыл.»
Юғары исем Шаһи Ямалетдиновҡа 1945 йылдың 15 майында бирелә. Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә .
Слайд 5

Герой исеме биреү Брно ҡалаһы янындағы алыш.

Герой исеме биреү

Брно ҡалаһы янындағы алыш.

Слайд 6

Ш.Ямалетдиновтың бирсәткә һәм галифе салбары Профсоюз билеты

Ш.Ямалетдиновтың бирсәткә һәм галифе салбары

Профсоюз билеты

Слайд 7

Шығай ауылындағы ҡәберлеге.1968 йылда вафат була

Шығай ауылындағы ҡәберлеге.1968 йылда вафат була

Слайд 8

Белорет ҡалаһында бюст Уҡыған мәктәбенә таҡтаташ асылды Герой призына еңел атлетика

Белорет ҡалаһында бюст

Уҡыған мәктәбенә таҡтаташ асылды

Герой призына еңел
атлетика буйынса ярыш
(1990

й башлап үткәрелә)
Слайд 9

Слайд 10

Район - ҡала семинарын үткәреү

Район - ҡала семинарын үткәреү

Слайд 11

Семинарҙы асыу тантанаһы

Семинарҙы асыу тантанаһы

Слайд 12

Тасуири һөйләү конкурсы

Тасуири һөйләү конкурсы

Слайд 13

Проект эшен яҡлау Сермән мәктәбе Исмаҡай мәктәбе Шығай мәктәбе

Проект эшен яҡлау

Сермән мәктәбе

Исмаҡай мәктәбе

Шығай мәктәбе

Слайд 14

Проект эшен яҡлау Белорет ҡалаһы лицей - интернаты Мәхмүт мәктәбе Үткәл мәктәбе

Проект эшен яҡлау

Белорет ҡалаһы
лицей - интернаты

Мәхмүт мәктәбе

Үткәл мәктәбе

Слайд 15

Ҡыҙыу эш бара.

Ҡыҙыу эш бара.

Слайд 16

Мәктәп музейына сәйәхәт

Мәктәп музейына сәйәхәт

Слайд 17

Һүрәттәр конкурсы

Һүрәттәр конкурсы

Слайд 18

Йомғаҡлау тантанаһы

Йомғаҡлау тантанаһы

Слайд 19

Еңеүселәргә музыкаль бүләк

Еңеүселәргә музыкаль бүләк

Слайд 20

Еңеүселәрҙе ҡотлау

Еңеүселәрҙе ҡотлау

Слайд 21

Шатлыҡлы мәлдәр

Шатлыҡлы мәлдәр

Слайд 22

«Урал» гәзите, №24, 2020 йыл https://vk.com/wall-183139471_2637 «Йәшлек» гәзите №12, 2020 йыл

«Урал» гәзите, №24, 2020 йыл

https://vk.com/wall-183139471_2637

«Йәшлек» гәзите

№12, 2020 йыл

Слайд 23

Исемле маҡтау ҡағыҙҙары

Исемле маҡтау ҡағыҙҙары