Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаилә тарихында

Содержание

Слайд 2

Быйылғы йыл Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 75

Быйылғы йыл Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә

75 йыл тула. Тарих –ул  халыҡ  яҙмыштары  төйөнө,  заманалар һағышы.  Яҡтылыҡ  менән ҡараңғылыҡ, аң менән томанлыҡ,  яҡшы  менән  яман  көрәше.
Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи  ваҡиға. Тарихлы  халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш.
Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә.
   Ярҙарынын ташҡан йылғалар ҙа
   Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәр ҙә.
   Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә,
 Яңы һулыш һәр бер күңелдә.
  Шатлыҡ килә.еңеү майы булып,
Нисәнсе ҡат тыуған илемә.
Слайд 3

Мин 21 быуатта тыуҙым һәм йәшәйем. Мин һәм минең дуҫтарым компьютерҙа


Мин 21 быуатта тыуҙым һәм йәшәйем. Мин һәм минең

дуҫтарым компьютерҙа уйнайбыҙ, интернетта аралашабыҙ. Ә бына беҙҙең олатай- өләсәйҙәребеҙ, бигерәк тә ҡарт олатай, ҡарт өләсәйҙәребеҙ кемдәр булыуын беребеҙҙә аныҡ ҡына итеп һөйләп бирә алмай. Ҡарт олатайым тураһындағы тема мине бик уйландыра, сөнки  һәр кем үҙенең тамырҙарын онотмаҫҡа, һәм оло быуыны кемдәр булыуын иҫендә тоторға тейеш. Шуның өсөн дә мин үҙемдең ҡарт олатайым Байморатов Хөснитдин Шәйәхмәт улы тураһында яҙырға булдым. Уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарт олатайымдың ҡыҙҙары Имәнғолова Әлфирә һәм Ҡөлмәнбәтова Сафиянан алдым.
Слайд 4

Эштең маҡсаты: - башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ иткән, колхоз, совхоз эше

 
Эштең маҡсаты: 
- башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ иткән, колхоз, совхоз

эше үҫешенә күп көс һалған, һуғыш йылдары улы, һоҡланғыс кеше Байморатов Хөснитдин Шәйәхмәт улы тураһындағы иҫтәлектәрҙе тергеҙеү;
- йыйған мәғлүмәттәрҙе, киләһе быуынға Хөснитдин Шәйәхмәт улын өлгө, үрнәк итеп ҡуйыу өсөн һаҡлап тотоу.
  Эштең бурыстары:  
- Байморатов Хөснитдин Шәйәхмәт улының тормош юлы тураһында мәғлүмәттәр йыйып, уларҙы тәртипкә килтереү.
- Һаҡланған документтары, фото материалдары менән танышыу.
- Өҫтәп материалдар йыйыу.
Тикшеренеү алымдары:
- мәғлүмәттәр йыйыу( балаларынан, оло быуын кешеләренән һорашыу);
- ғаилә архивында эҙләнеү;
- алынған мәүлүмәттәргә һығымта яһау.
  Фараз: Минең был эшем миндә генә түгел, ә минең ағай-апайҙарымда, һеңле-ҡустыларымда, тиҫтерҙәремдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип күҙаллайым.
Слайд 5

Ҡарт олатайым Хөснитдин 1929 йылдың 5 декабрендә Әтек ауылында донъяға килә.

Ҡарт олатайым Хөснитдин 1929 йылдың 5 декабрендә Әтек ауылында донъяға

килә.

1982 йылға тиклем олатай йәшәгән төп йорт нигеҙе.
Хәҙер унда ҡыҙы Әлфирә йәшәй

Янғындан һуң һалып сыҡҡан йорт, Ҡалған ғүмере ошонда үтә. Был йортта кесе улы Сәйфетдин йәшәй

Слайд 6

Беҙҙең Әтек ауылынан бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан: һуғыш ветерандары, хөрмәтле

Беҙҙең Әтек ауылынан бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан: һуғыш ветерандары,

хөрмәтле ауыл эшсәндәре һәм йырсылар.Ләкин, минең ябай колхозсы, моңло тауышлы, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы әсәйем яҡлап ҡарт олатайым Байморатов Хөснитдин Шәйәхмәт улы тураһында яҙғым килә.
Иң оло өләсәйем Әминәнең тәүге ире Зәйнуллин Айытбайҙан Камила исемле ҡыҙы һәм Талха исемле улы тыуа. Күптә тормай, был ике бала менән яңғыҙ ҡалғас беҙҙең оло олатайыбыҙ Шәйәхмәткә кейәүгә сыға. Заманына күрә арыу ғына донъя көтә башлаҙар. Шәйәхмәт олатайҙан Усман һәм Хөснитдин исемле улдары тыуып, ғаиләлә дүрт бала үҫә.
Ҡарт олатайым Хөснитдин 1929 йылдың 5 декабрендә донъяға килә. Бала сағы ауыр йылдарға тура килгәнлектән, аслыҡты ла кисерә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә.
Һуғыш башланғас, ҡарт олатайҙың Талха һәм Усман ағайҙары һуғышҡа китә. Ул әсәһе, апаһы менән колхоз эшенә егелә. Һалабаш әҙерләп септә һуға, сабата үрә.
Талха ағаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала, ә 1911 йылғы ҡыҙылармеец Усман олатай 1942 йылдың 28 декабрендә Сталинград янында ятып ҡала.
Хөснитдин Шәйәхмәт улы оҫта, уңған, эшһөйәр егет булып үҫә. Ҡайҙа, ниндәй эшкә ҡушалар шунда эшләй: район үҙәгенән ат менән ташып почта тарата, һабанын да һөрә, колхоз малдарын ҡарай, көтөү ҙә көтә, ялан эшселәренә ашарға ла бешерә. Йәй айҙарында ғаиләһе менән йәйләүҙәргә күсеп барып та колхоз малдарын көтә, ҡатыны Ғәфиә һыйыр һауа, быҙауҙар ҡарай. Балалары ҡул араһына ингәс, был эштәрҙә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булалар.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ҡарт олатайға һәр ваҡыт тоғро малы ат һәм моңло йырҙары юлдаш була. Артабан көтөүсе эшен үҙ итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Эш дәүерендә төрлө ҡазаларҙы ла кисерергә тура килә: трактор санаһы аҫтында ҡала, уҫал үгеҙҙән дә һөҙөлә.
Ҡарт олатай балта оҫтаһы ла була. “Өйҙәге өҫтәл- ултырғыстар, эскәмйәләр, кейем элгестәр, кәштәләр, һандыҡ, барыһыла атайымҡулы менән эшләнгән ине. Әлеге көндә уның миңә эшләп бүләк иткән өҫтәле, өс ултырғысы, һандыҡ миндә һаҡлана”, -тип иҫләй ҡыҙы Сафия.
 Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ мәҡәле. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, олатай аттар тота, улар менән бесәнгә йөрөй, утын-бесән ташый.
Слайд 7

Әсәләш Ағаһы Талха , апаһы Камила Зәйнуллиндар

Әсәләш Ағаһы Талха , апаһы Камила Зәйнуллиндар

Слайд 8

Йәнһыуалған йәйләүендә

Йәнһыуалған йәйләүендә

Слайд 9

Балалары ҡул араһына ингәс, ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булалар: өлкән улдары Миңлеғәле һәм Фәсхетдин менән эшкә йыйына

Балалары ҡул араһына ингәс, ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булалар:
өлкән улдары Миңлеғәле һәм

Фәсхетдин менән эшкә йыйына
Слайд 10

Ҡарт олатайҙың тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай

Ҡарт олатайҙың тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай

Слайд 11

Слайд 12

Тырыш эшсе ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә, ике тапҡыр Мәскәү халыҡ

Тырыш эшсе ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә, ике тапҡыр Мәскәү халыҡ

хужалығы уңыштары күргәҙмәһендә ҡатнашыу бәхете тейә

1966 йыл
«Арский камень»
ял йортонда

1970 йыл Өфө
ял йортонда

Слайд 13

Файзулла Абдулла улы Абдрахманов, 1942 йылғы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Тормош Хөснитдин


Файзулла Абдулла улы Абдрахманов, 1942 йылғы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
Тормош

Хөснитдин ағайға төрлө һынауҙар бирҙе. Ул осорҙа йәшәү яҡшы булманы.Бик йәш сағынан эш башлай. Ҡыҙыл юл артелендә күпләп йүкә йығып, һалабаш әҙерләп, үгеҙ, ат егеп ауылға ташыйҙар. Был һалабаштарҙан арҡан ишәләр, септә, ҡап һуғалар. Әҙер эштәрҙе йыйып алып, ялан яҡтарына сығарып һатып, аҡсаһын халыҡҡа тараталар.
Слайд 14

Хөснитдин Байморатовты уның менән бергә хеҙмәт юлы үткән ауыл ололары бына

Хөснитдин Байморатовты уның менән бергә хеҙмәт юлы үткән ауыл ололары

бына нимә тип иҫләгән:

Әхтәм Йәмғурсин, 1935-2018 й.

Слайд 15

Хөсәйенова Фариза, 1931-2019 й.

Хөсәйенова Фариза, 1931-2019 й.

Слайд 16

ҒАИЛӘҺЕ Тәүге ҡатыны Ғәфиәнән тыуған балалары: Миңлеғәле, Фәсхетдин, Әлфирә, Зәйнетдин, Зөлфирә,

ҒАИЛӘҺЕ

Тәүге ҡатыны Ғәфиәнән тыуған балалары: Миңлеғәле, Фәсхетдин, Әлфирә, Зәйнетдин, Зөлфирә, Ғәйнетдин,

Сәйфетдин

Оло улы Миңлеғәле хәрби хеҙмәттә

Слайд 17

Икенсе ҡатыны Мөбинә, ҡыҙҙары Сафия

Икенсе ҡатыны Мөбинә, ҡыҙҙары Сафия

Слайд 18

Бөгөнгө көндә уның 12 ейәне, 4 ейәнсәре, 11 бүләһе, 12 бүләсәре

Бөгөнгө көндә уның 12 ейәне, 4 ейәнсәре, 11 бүләһе, 12 бүләсәре

бар:

Балалары ейән- ейәнсәрҙәре бүлә-бүләсәләре
Миңлеғәле Айнур Айгүзәл, Нургизә,Гөлсибәр
Рәшит Ришат, Айгиз
Ринат
Фәсхетдин Алмаз Айһылыу
Әлфирә Ильгиз Байегет, Динислам, Ильяс
Светлана Арслан, Альбина
Айбулат Руслан, Регина
Зәйнетдин Гөлфиә Халит, Аиза, Сабир
Ғәлиә Сәлиә, Батыр, Светлана
Гүзәлиә Юлиә , Гөлиә
Фәнзил
Ғәйнетдин Азат Тамерлан, Әминә
Венер
Сафия Ирек, Ғәлинур, Морат

Слайд 19

Яҡшы башҡарыусы булараҡ, уға тапшырылған хөрмәт ҡағыҙҙары ла һаҡланған

Яҡшы башҡарыусы булараҡ, уға тапшырылған хөрмәт ҡағыҙҙары ла һаҡланған

Слайд 20

Байморатовтарҙың шәжәрәһе Байморат Шәйәхмәт Усман Хөснитдин Миңлеғәле Фәсхетдин Зәйнетдин Ғәйнетдин Сәйфетдин

Байморатовтарҙың шәжәрәһе
Байморат
Шәйәхмәт
Усман Хөснитдин
Миңлеғәле Фәсхетдин Зәйнетдин Ғәйнетдин Сәйфетдин
Айнур Рәшит

Ринат Алмаз Фәнзил Азат Венер
Ришат Тамерлан
Айгиз
Слайд 21

Йомғаҡлау Олатайыбыҙ хәҙер юҡ инде. Беҙ, Байморатовтар нәҫеле Хөснитдин Шәйәхмәт улы

Йомғаҡлау
Олатайыбыҙ хәҙер юҡ инде. Беҙ, Байморатовтар нәҫеле Хөснитдин Шәйәхмәт улы менән

хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.
Тикшеренеү барышында алдыма ҡуйған бурыс тулыһынса үтәлде. Ҡарт олатайым тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр йыйылып теҙмәгә һалынды, уның тураһында яҡты иҫтәлектәр ҡабаттан ҡалҡты.
Ауыл ололарының да уны онотмай, тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алыуҙары күңелдә матур тойғолар уятты.
Һығымта
Ҡарт олатайымды күрмәһәм дә, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә мин уны тағы ла нығыраҡ яраттым, уның менән ғорурланыу тойғоһо көсәйҙе генә. Был эште яҙған саҡта ғына мин, үҙеңдең нәҫелеңде белеү бик мөһим икәнлеген, әгәр барыһы ла юғала ҡалһа, бер ваҡытта ла, бер нәмә лә уны тулыландырмағанын аңланым. Бит беҙҙең тарих, нәҫелебеҙ, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ тарихы йылдан йыл онотола бара. Беҙ, Байморатов Хөснитдин Шәйәхмәт улының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре уның тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлап, һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотасаҡбыҙ һәм үҙебеҙҙең балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә еткерәсәкбеҙ.