Проект эшләгәндә һәм стиль һайлағанда автор көнсығыш төҙөлөш сәнғәте мираҫына
мөрәжәғәт итә. Бөтә биналар ҙа уҡ башағы кеүек осло өс ҡанатлы аркалар, мөйөштәре парлы кескәй башнялар м‑н биҙәлгән; намаҙ бүлмәһендәге кафедра, манара, мәсет алтын ялатылған ярым ай ҡуйылған осло манара м‑н тамамлана, биҙәүҙә ағас һырлағанда (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте), аппликацияларҙа һәм сигеүҙәрҙә осраған элементтар, үҫемлек һәм геом. орнамент ҡулланылған. К. башҡорттарға идара итеү учреждениелары, ситтән килеүсе мосолмандар өсөн юлаусылар йорто, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп, 1865 й. алып Ырымбур ген.‑губ‑рының фатиры һәм канцелярияһы, губерна учреждениелары, башҡ. ерҙәрен ыҙанлау б‑са комиссия урынлаша.
Караван-сарай