- Главная
- Литература
- Виртуаль китап күргәҙмәһе
Содержание
- 2. Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡты наҙлап ҡына
- 3. Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә
- 4. Кеше- тәбиғәт балаһы. Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә, һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһай. Тимерханов
- 5. Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралта булыр ағасы,
- 7. Скачать презентацию
Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш
Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш
Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.
Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.
Тыуған яҡ күгендә йондоҙҙар
Тоноҡланһа бер көн, нишләрмен.
Әгәр ҙә ҡороһа һуңғы тал,
Серемде кемдәргә һөйләрмен?
Һандугастар биҙһә баҡсамдан,
Ят күрһә еремде торналар,
Нишләрмен, кипһәләр күлдәрем,
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Турғайҙар осмаһа бейектә,
Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,
Һайыҡһа илемдә йылғалар,
Киләсәк быуындар нишләрҙәр?
Инеш һүҙ
Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге
Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге
Йәғәфәрова Айһылыу
Һандуғас моңо. Әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2001.- 176 бит.
Был китапҡа билдәле әҙибәнең әкиәттәре, хикәйәләре һәм драма әҫәрҙәре индерелде. Әҫәрҙәрҙә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, яманлыҡ менән матурлыҡ, ил-ергә тоғролоҡ кеүек мәңгелк темалар үҙенсәлекле кәүҙәләнә.
Янышев Фәнис
Көрмөт һандуғасы=Курмутский соловей: әкиәттәр, хикәйәләр-Өфө: Китап, 2016.- 152
Билдәле яҙыусы Ф.Янышевтың был китабында башҡортһәм рус телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр донъяһы тураһындағы гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә. Мөғжизәгә, серле мажараларға бай әҫәрҙәр уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Кеше- тәбиғәт балаһы. Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә,
Кеше- тәбиғәт балаһы. Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә,
Тимерханов И.Х.
Урман кешеһенең алтыны: әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар- Өфө: Китап, 2016- 216 бит.
Был китапҡа тупланған әкиәт, хикәйә, шиғыр һәм һүрәтләмәләрҙә автор уртаҡ йортобоҙ булған тәбиғәтте өйрәнергә, аүларға, яратырға, һаҡларға, тирә-яҡ мөхит менән килешеп йәшәргә саҡыра
Ниғмәтуллин Р.Х.
Урланған урман: хикәйәт, хикәйәләр, әкиәттәр.- Өфө:Китап, 2011.- 132бит.
Шағирҙың балаларға бағышланған әҙәби мираҫы һығылмалы тел менән ижад ителгән. Мифик новеллаға тартым йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын темалар яҡтыртыла.
Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто,
Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто,
Яхин Ф.М.
Айыу батша һәм башҡалар: әкиәттәр.- Өфө: Китап, 2011.- 80 бит.
Флүр Яхин тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, йәмһеҙ күренештәрҙе әкиәт теле менән асып һалған, уларҙа сатирик һәм юмористик сатҡылар сағылып ҡала. Әкиәт геройҙары беҙҙең арала йәшәй: бабай һыйыр һауа, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш бешерә, һарыҡ һөйләшергә өйрәнә, айыу батшалыҡ итә һ.б.
Автор ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырырға ирешкән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Тимерханов И.Х.
Юлбарыҫлан: әкиәттәр, хикәйәләр.- Өфө: Китап, 2011.- 168 бит.
И.Тимерханов был китабында бөжәктәр, балыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр доъяһындағы, кескәй балалар тормошондағы, ғөмүмән, тирә-йүндәге мажараларҙы мауыҡтырғыс итеп тасуирлай. Уның геройҙары эскерһеҙ, бер ҡатлы, изге күңелле йән эйәләре.
Авторҙың үҙенсәлекле, фантазияға бай әкиәттәре, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләре барығыҙҙыңда күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.