Дидактик уйын „Серле әкиәт донъяһында“ (башҡорт халыҡ әкиәттәре)

Слайд 2

Әкиәт – халыҡ ижадының иң киң таралған жанры. Ул баланың телмәрен

Әкиәт – халыҡ ижадының иң киң таралған жанры. Ул баланың телмәрен

байыта, һүҙ байлығын арттыра, хәтерен үҫтерә. Әкиәт балаларҙы тәрбиәләүҙә төп сараларҙың береһе булып тора. Шуның өсөн дә мин дидактик уйынымды башҡорт халыҡ әкиәттәре менән алдым. „Серле әкиәт донъяһында“ тип аталған дидактик уйын 4 әкиәтте үҙ эсенә ала: „Торна менән төлкө“, „Ҡуян менән арыҫлан“, „Етем төлкө“, „Айыу менән бал ҡорттары“.
Маҡсат: башҡорт халыҡ әкиәттәре аша балаларға тәрбиә биреү, уларҙың телмәрен үҫтереү.
Слайд 3

Слайд 4

„Һүрәттәр ярҙамында әкиәтте һөйлә“ Маҡсат: һүрәттәргә ҡарап әкиәтте танырға өйрәнеү, баланың

„Һүрәттәр ярҙамында әкиәтте һөйлә“
Маҡсат: һүрәттәргә ҡарап әкиәтте танырға өйрәнеү, баланың аң-зиһенен,

фекерләүен, күҙаллау һәләтен, телмәрен һәм хәтерен үҫтереү
Уйын тәртибе.
Тәрбиәсе балаларға һүрәттәр күрһәтә. Балалар әкиәттәң исемен әйтәләр һәм әкиәтте һөйләйҙәр
Слайд 5

„Пазл төҙө“ Маҡсат: „Торна менән төлкө“ әкиәтен өйрәнгәндән һуң әкиәтте ҡабатлау,

„Пазл төҙө“
Маҡсат: „Торна менән төлкө“ әкиәтен өйрәнгәндән һуң әкиәтте ҡабатлау,

балаларҙың аҡыл-зиһенен, күҙаллауын, иғтибарын, хәтерен, фекерләүен һәм телмәрен үҫтереү
Уйын тәртибе.
Балаларға пазл һәм уның өлгөһө таратып бирелә. Балалар пазлды йыялар. Һәм килеп сыҡҡан әкиәттең исемен әйтәләр.
Слайд 6

Слайд 7

„Күләгәһен тап“ Маҡсат: балаларҙы предметтарҙы, күләгәһенә ҡарап, танып белергә өйрәтеү. Балаларҙың

„Күләгәһен тап“
Маҡсат: балаларҙы предметтарҙы, күләгәһенә ҡарап, танып белергә өйрәтеү. Балаларҙың аҡыл-зиһенен,

күҙаллауын, иғтибарын, хәтерен, фекерләүен һәм телмәрен үҫтереү.
Уйын тәртибе.
Балаларға предметтар төшөрөлгән һүрәт һәм уның күләгәләре бирелә. Балалар предметтың күләгәһен табып, төҫлө һүрәт янына һала.
Слайд 8

Слайд 9