Образдың иң мөһим үҙенсәлеге

Слайд 2

Әҙәби кинәйәнең нигеҙендә бер әйбер аша икенсе бер әйбер йәки күренеште

Әҙәби кинәйәнең нигеҙендә бер әйбер аша икенсе бер әйбер йәки күренеште

һүрәтләй белеү сараһы ята. Теге йәки был әйберҙе һәм сифатты, тойғоно һәм хәрәкәтте туранан-тура үҙ исеме менән атауға ҡарағанда, шул уҡ мәғәнәне башҡа төрлө күренештәр арҡылы һынландырыу күп тапҡырға эффектлыраҡ.
Слайд 3

Образлылыҡ – матур әҙәбиәттең даими һәм иң мөһим үҙенсәлеге. Ә бына

Образлылыҡ – матур әҙәбиәттең даими һәм иң мөһим үҙенсәлеге. Ә бына

образ – конкрет төшөнсә. Ул һәр ваҡыт яңы, һәр ваҡыт оригиналь. Ике йәки бер нисә әҫәр өсөн уртаҡ образдың булыуы мөмкин түгел. Әҙәби ижадҡа хас булған күренештәрҙең барыһы ла образда үҙенең сағылышын таба. Ижад методының ниндәй булыуыны ҡарап, образ үҙгәрмәй ҡала алмай. Романтизмға, мәҫәлән, көнкүреш мәшәҡәттәренән йыраҡлашҡан, ғәҙәти булмаған образдар хас.
Слайд 4

Ш. Бабичтың йондоҙҙар менән серләшеүе, ай менән күрешеүе, ҡояш менән бәхәскә

Ш. Бабичтың йондоҙҙар менән серләшеүе, ай менән күрешеүе, ҡояш менән бәхәскә

кереүесе образдары ана шундайҙарҙан. Сентиментализм вәҡилдәре кеше психологияһына ҡағылышлы күренештәрҙе ҡабартып күрһәтергә яраттылар. Әҫәрҙең ниндәй жанрға ҡарауы ла образдарҙың характерына йоғонто яһай. Повестағы төп хәрәкәт итеүсе көс – үҙенең индивидуаль йөҙө булған кешеләр. Ә лириканаң үҙәк образы – үҙ-ара мәғәнәүи бәйләнешкә кергән поэтик фекерҙәр.
Слайд 5

Әҙәби образдарҙың үҙенсәлеге ниндәйҙер дәрәжәлә милли традициялар менән дә, яҙыусының ижади

Әҙәби образдарҙың үҙенсәлеге ниндәйҙер дәрәжәлә милли традициялар менән дә, яҙыусының ижади

стиле менән дә аңлатыла. Инглиз әҙәбиәтендәге баллада менән рус әҙәбиәтендәге баллада араһына тигеҙлек билгеһеҡуйып булмай. Бер үк дәүерҙә, бер үк әҙәби мөхиттә шағирҙар тарафынан тыуҙырылған образдар ҙа бер-береһенән бик ныҡ айырыла. Образдың реалләшеүе телдән башҡа, әлбиттә, мөмкин түгел. Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан, матурлыҡтың тәбиғәте образдан башлана.