Содержание
- 2. Юлбарыҫҡа ни булған? Ниңә иларға булған?
- 3. ―Юғалды, ― ти, ― ҙур юрған, Ябынып йоҡлай торған.
- 5. Юлбарыҫтың юрғанын Эҙләп-эҙләп тапманыҡ.
- 6. Табалмағас юрғанды Йоҡларға ла ятманыҡ.
- 7. Юлбарыҫтың юрғаны Әллә ҡайҙа юғалған. Әйтерһең дә юрғаны Бер ҡасан да булмаған.
- 8. Елгә осҡанмы әллә? Һыуға аҡҡанмы әллә? Бер януары яңылыш Утҡа яҡҡанмы әллә?
- 9. Әйттек айыуға барып,
- 10. Әйттек бүрегә барып,
- 11. ―Юлбарыҫтың юрғанын Тиҙ(е)рәк бирегеҙ табып!
- 12. Килде айыу үкереп,
- 13. Килде бүре екереп,
- 14. Килде ҡуян һикереп, Сәсәй-сәсәй төкөрөп.
- 15. Һоранылар алмашлап, Көйгә һалып һалмаҡлап:
- 16. ―Япраҡтанмы юрғаның? ―Тупраҡтанмы юрғаның?
- 17. Юлбарыҫ аптыраны, Кәрәк нәмә таптырамы?
- 18. Юрғанһыҙ булмай мәгәр, Өшөнө, ҡалтыраны.
- 19. Үҙе килде һығымта, Табылмағас, эҙләп тә, ―Юлбарыҫта юрғандар, Булдымы һуң, туғандар?
- 20. Йыйылдылар хайуандар, Һыртҡа ҡойроҡ һалғандар. Юлбарыҫтан көлдөләр: «Ниндәй юрған?» ―тинеләр.
- 21. Ҡапыл тымды Юлбарыҫ, Һораны ул ялбарып: «Ҡойроғоммо юрғаным, Йылы һаҡлай торғаным?»
- 23. Скачать презентацию