Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе. V республика конкурсында ҡатнашыусы

Содержание

Слайд 2

«Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы» номинацияһы»

«Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы» номинацияһы»

Слайд 3

“Ярты төндә уянып, Йоҡлай алмай уйланып, Уйлап ятҡан уйҙарҙы, Таралышҡан ҡуйҙарҙы

“Ярты төндә уянып, Йоҡлай алмай уйланып, Уйлап ятҡан уйҙарҙы, Таралышҡан ҡуйҙарҙы Ҡалай итеп йыяйым, Ҡалай итеп

тыяйым?” Р.Ғарипов.
Слайд 4

Мин йәшәйем икән, тимәк, уйлайым, хыялланам, һөйәм. (Н. Островский.)

Мин йәшәйем икән, тимәк, уйлайым, хыялланам, һөйәм. (Н. Островский.)

Слайд 5

“Миндә ике кеше йәшәй: берәүһе ысын тормош менән йәшәй, ә икенсеһе

“Миндә ике кеше йәшәй: берәүһе ысын тормош менән йәшәй, ә икенсеһе

уйлай һәм хөкөм итә. (М. Ю. Лермонтов.)
Слайд 6

Үҙ өҫтөмдә туҡтауһыҙ эшләү, эҙләнеү, һәр һорауға яуап эҙләү, яңылыҡтарҙы әҙер

Үҙ өҫтөмдә туҡтауһыҙ эшләү, эҙләнеү, һәр һорауға яуап эҙләү, яңылыҡтарҙы әҙер

килеш түгел, ә уйланып ҡабул итеү, хеҙмәттәштәрем тәжрибәһенән ниндәйҙер яңылыҡ алырға тырышыуым күп уйланырға, ҡайһы саҡта фәлсәфәгә бирелеп алырға, проблемалар солғанышынан сығырлыҡ дөрөҫ юл эҙләргә мәжбүр итә. Көндә лә төрлө темаға, яратҡан эшемә бәйле фәлсәфәгә бирелеп, уй-фекерҙәр төйнәп алам.
Слайд 7

Рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү өсөн, билдәле ғалимә, яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева

Рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү өсөн, билдәле ғалимә, яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева

әйтеүенсә, өс таяныс кәрәк: маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс, ихтыяр.
Ошо өс тағанды таймаҫлыҡ итеү беҙҙән, уҡытыусыларҙан, рухи ныҡлығыбыҙҙан тора. Һәр бала алдағы көнгә ышанһын, өмөт менән йәшәһен, кемгәлер таянһын һәм ышанһын.
Слайд 8

Бала күңеленә юл табыу, өмөт усағын дөрләтеүсе төп кеше – уҡытыусы,

Бала күңеленә юл табыу, өмөт усағын дөрләтеүсе төп кеше – уҡытыусы,

әлбиттә. Тик дипломы булған һәр кем уҡытыусы була алмай, кешенең тәбиғәттән бирелгән һәләте лә кәрәк.
Слайд 9

Миңә әллә күпме күҙҙәрҙең, ата-әсәләрҙең, балаларҙың күҙҙәре төбәлеүен бөтә йәнем менән

Миңә әллә күпме күҙҙәрҙең, ата-әсәләрҙең, балаларҙың күҙҙәре төбәлеүен бөтә йәнем менән

тоям, уларҙың өмөтөн аҡларға тырышам, кәңәш һораһалар, кемгәлер ярҙам итә алһам, ныҡ ҡыуанам.
Слайд 10

Билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырының түбәндәге юлдары минең кредом булып тора:


Билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырының түбәндәге юлдары минең кредом булып тора:

Ҡайғы-шатлыҡтары балаларҙың,
Йөрәгемә минең тулышҡан.
Кеше генә белмәй, үҙем беләм,
Күпме түҙем, сабырлыҡтар кәрәк,
Уҡытыусы булһаң, тормошта.
Слайд 11

Тағы уйҙар тыуа... Тик йөҙҙән ашыу иң яҡшы, түҙемле уҡытыусы ла,


Тағы уйҙар тыуа...
Тик йөҙҙән ашыу иң яҡшы,

түҙемле уҡытыусы ла, рухлы ғаиләне, иң мөһиме атай менән әсәйҙе алмаштыра алмай. “Аталы бала арҡалы”, ”Атаһы болан алмағандың, балаһы ҡолан алмаҫ”, тигән халыҡ.
Ғаиләлә баланы һаҡлаусы, рухи яҡтан көс булырҙай ата-әсә булыу мөһим. Был яҡты донъяға тыуыуҙың һәм йәшәүҙең иң беренсе маҡсаты һәм иң ҙур бәхете – үҙ рухыңды дауам итеүсе балалар ҡалдырыуҙа икәнлеген һәр кем яҡшы аңларға тейеш. Ошо була ла инде йәшәү ҡото. Бына ошоларҙы мин, уҡытыусы булараҡ, ата-әсәләргә, уҡыусыларыма аңлата алам икән, маҡсатыма ирешә алам икән, мин шул ваҡытта ғына ысын уҡытыусы.
Слайд 12

Ысын уҡытыусы булыр өсөн балаларҙың хәлдәрен аңлай, хистәрен тоя белергә кәрәк.

Ысын уҡытыусы булыр өсөн балаларҙың хәлдәрен аңлай, хистәрен тоя белергә кәрәк.

Улар бит һәр береһе шәхес! Һәр береһенең үҙ холҡо бар. Мин бик күп уйланым.
Слайд 13

Тиҙҙән минең дәрестәремдән балалар үҙгәреп сығыуын, мин биргән белемде иркен ҡулланыуҙарын,

Тиҙҙән минең дәрестәремдән балалар үҙгәреп сығыуын, мин биргән белемде иркен ҡулланыуҙарын,

тормошҡа үҙ ҡараштары тыуғанын күреү минең өсөн оло бәхеткә әйләнә. Уларҙы белемле булғандары, яҡшы билдәләре өсөн түгел, ә тере, шат, ҡыҙыҡһыныусан, бәхетле, аралашыусан һәм башҡа бик күп яҡшы сифаттары өсөн яраттым.
Слайд 14

Бигерәк тә әлеге ҡатмарлы заманда, күпселек атай- әсәйҙәрҙең балаһына ваҡыты етмәгән

Бигерәк тә әлеге ҡатмарлы заманда, күпселек атай- әсәйҙәрҙең балаһына ваҡыты етмәгән

саҡта, уҡыусыларыңа кәңәшсе, серҙәш, таяныс була алһаң, кәрәк сағында дөрөҫ юл күрһәтеп, хаталарҙан һаҡлаһаң, шунан да ҙур бәхет юҡтыр ул уҡытыусы өсөн.
Слайд 15

Минең педагогик маҡсатымдың нигеҙе - юғары һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыу, балаларҙың шәхси

Минең педагогик маҡсатымдың нигеҙе - юғары һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыу, балаларҙың шәхси

үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, ныҡлы белемле, йәмғиәт алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә алырлыҡ шәхес тәрбиәләү. Был иһә тәрбиә һәм белем биреүҙең яңынан-яңы технологияларын, алымдарын, методтарын эҙләү һәм өйрәнеүгә, һәр дәресте уйлап, методик талаптарға тура килтереп ойоштороуға килтерә.
Слайд 16

Һәр яңы дәүер кешелектең тормош - көнкүрешенә, эшенә үҙенең яңы бурыстарын

Һәр яңы дәүер кешелектең тормош - көнкүрешенә, эшенә үҙенең яңы бурыстарын

йөкмәтә, яңылыҡтарын индерә. Хәҙерге заман мәктәптәренә ҡуйылған талап буйынса, уҡыусы һәр тарафта киң ҡарашлы, көслө рухлы, уҡымышлы, мәҙәниәтле булырға тейеш, тип иҫәпләйем һәм ниндәй генә халыҡтың телен өйрәнһәк тә, беҙ уны шул халыҡтың мәҙәниәте аша тулыраҡ аңлайбыҙ. Шуның өсөн телде мәҙәниәтһеҙ өйрәнеү мөмкин түгел. Туған телде өйрәнеү - донъяны танып-белеү, халыҡтың быуаттар буйына йыйылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, һаҡлауға берҙән-бер асҡыс булып тора. Эште ошо нигеҙҙә ойошторам да инде. Уҡыусыларым Урал батыр кеүек Тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы балалар булып үҫеүенә иманым камил.
Слайд 17

Уҡыусыларымдың, үҙ баламдың күҙҙәре балҡып торһа, тирә-яҡҡа яҡты нур сәсһә, улар

Уҡыусыларымдың, үҙ баламдың күҙҙәре балҡып торһа, тирә-яҡҡа яҡты нур сәсһә, улар

үҙ телебеҙҙә сатнатып Рәми Ғариповтың “Туған тел”ен һөйләһә, “Урал батыр” эпосын сәхнәләрҙән яңғыратһа, уҡып сыҡҡас, мәктәпкә йә өйгә килеп: “Рәхмәт, апай!”- тип әйтһә, иң ҙур шатлыҡ, бәхет шул минең өсөн.
Шул мәлдә, бала күңелендә эҙ ҡалдырырлыҡ, рәхмәт һүҙен ишетерлек уҡытыусы булырға,
-тигән фекер күңелдә нығына.
Слайд 18

Эйе, кеше менән эшләү, уртаҡ тел табыу, уларҙы үҙ фекереңә ышандырыу,

Эйе, кеше менән эшләү, уртаҡ тел табыу, уларҙы үҙ фекереңә ышандырыу,

артыңдан эйәртеү өсөн, иң тәүҙә, үҙеңдең рухи ныҡлығың кәрәктер ул.
Слайд 19

Күңел донъямдың ҡайһы ишеген асма, фәлсәфәүи уйҙар, уйҙар... . Эшем бала

Күңел донъямдың ҡайһы ишеген асма, фәлсәфәүи уйҙар, уйҙар... . Эшем бала

күңеле, аҡ ҡағыҙға матурлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек орлоҡтарын сәсеү, уларҙы ысын кеше, шәхес итеп тәрбиәләү менән бәйләнгән икән, тормоштағы һәр һорауға әҙер яуабым, үҙ фекерем булырға һәм заман менән бергә атларға тейешмен. Сөнки мин –уҡытыусы, күпте белергә, артымдан кешене эйәртә, һүҙемә ышандыра белергә тейеш кеше. Ошоғаса тарихтың бөтә ҡоролошонда ла иң хөрмәтле һаналған һөнәр эйәһе –Уҡытыусымын. Ғаиләмдә улым – Өфө ҡалаһында полиция хеҙмәткәре, ә киленем тәрбиәсе булып эшләй. Ейәнем Арслан балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Был минең өсөн бик тә ҡыуаныслы. Уҡыусыларымдың күбеһе уҡытыусылар.
Слайд 20

Бөйөк Платон юҡҡа ғына: ”Тик өс һөнәр генә Хоҙайҙан бирелгән – табип, уҡытыусы, хөкөм итеүсе,” тимәгәндер.

Бөйөк Платон юҡҡа ғына: ”Тик өс һөнәр генә Хоҙайҙан бирелгән –

табип, уҡытыусы, хөкөм итеүсе,” тимәгәндер.
Слайд 21

Уҡытыусы тигән исемем бар, Мәңгелеккә, тиеп һайланған. Орлоҡ һалам бала күңеленә Бик кәрәкле, тиеп һаналған.

Уҡытыусы тигән исемем бар,
Мәңгелеккә, тиеп һайланған.
Орлоҡ һалам бала күңеленә
Бик кәрәкле, тиеп

һаналған.
Слайд 22

Әлдә уттан, яҡтылыҡтан Ялҡын алам, ҡыуанам. Эшемде лә, үҙемде лә Ялҡын

Әлдә уттан, яҡтылыҡтан
Ялҡын алам, ҡыуанам.
Эшемде лә, үҙемде лә
Ялҡын менән

һуғарам.
Ярым-йорто, быҫҡып ҡына
Йәшәмәйем донъяла.
Яҡты ялҡын булып эҙем
Ҡалһын бик аҙ булһа ла.
Слайд 23

Эйе, миндә ике кеше йәшәй: берәүһе ысын тормош менән йәшәй, йәш

Эйе, миндә ике кеше йәшәй: берәүһе ысын тормош менән йәшәй, йәш

быуынға белем бирә, күңелдәрҙе яҡшы һүҙ менән дауалай, ә икенсеһе уйлана, фекер төйнәй һәм киләсәк хаҡына яңы асыштар, балҡыштар, уңыштар әҙерләй.