“Беренсе тамсы” йыйынтыҡтары

Содержание

Слайд 2

Мин Ришат Солтанғолов-Бикбаев 1999 йылдың 10 ғиныуарында Сирғол ауылында тыуам. Миңә

Мин Ришат Солтанғолов-Бикбаев 1999 йылдың 10 ғиныуарында Сирғол ауылында тыуам.

Миңә бер йәш булмаҫтан атайым менән әсәйем айырылышалар, әлбиттә мин әсәйем менән ҡалам. Алты йәштә әсәйем менән Иҫәнғол ауылына күсәбеҙ. Унан һуң инде мин Иҫәнғол ауылының Ф.Султан исемен йөрөткән өсөнсө мәктәпкә 1-се классҡа аяҡ баҫам. Икенсе классты миңә Иҫәнғол приютында йөрөп тамамларға тура килде. Приютта мин дүртенсе классҡа тиклем булдым, атайым ошо хәлдәрҙе белгәндән һуң үҙенә алды. Оҙаҡ ваҡыт мин бер кем менән дә һөйләшмәнем, сөнки әсәйем мине уйынсыҡ һымаҡ ташлап киткәндән һуң мин бер кемгә лә ышанманым. Тик минең ауыл да барлыҡҡа килгән иптәштәрем ышанысты уяттылар. Шиғыр яҙа башланым ун дүрт йәшемдә ул “Туған тел” шиғыры булып тора. Был шиғырҙы яҙырға миңә Аҡбутина Земфира апай ярҙамлашты. Ә беренсе хикәйәмде инде ун алты йәшем дә яҙҙым. Уның менән Әҙәбиәт йылында арналған “Әҙәби балҡыш” конкурсында еңеүсе булдым, әлбиттә ул еңеү минең генә түгел, ә минең етәксемдең Акбуттина Земфира апайҙың, сөнки ул ярҙа итмәһә бер ниндәйҙән ижади эщтәрем булмаҫ ине. Хәҙерге ваҡытта мин Иҫәнғол ауылының башҡорт гимназия-интернатында 11-се классында белем алам. Шиғыр һәм хикәйәләр яҙам инде һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам...
Слайд 3

Беренсе тамсы Тамсы, тамып төштө, минең битемә Ҡара болоттар күренде күҙемә.

Беренсе тамсы Тамсы, тамып төштө, минең битемә Ҡара болоттар күренде күҙемә. Ямғырҙа, яуа

башланы ергә Ә, беренсе тамсы ҡалды иҫемдә. Беренсе тамсы - һәр саҡ беренсе, Ергә үҙен бүләк итте. Ер уға бик ҡыуанып китте, Кешеләр йылмайып үтте. Беренсе тамсы, беҙгә ҡул болғаны Ергә ул һәр - саҡ ҡалды. Йәп - йәшел үләнде, ағасты Ергә мәңгелеккә ҡабынды. Р.Солтанғолов-Бикбаев.
Слайд 4

Туған тел Ишетеп үҫкәс бала сағымдан Ғорурлыҡ йәшәй: был - минең

Туған тел  Ишетеп үҫкәс бала сағымдан  Ғорурлыҡ йәшәй: был - минең телем! Айлы кистәрҙә әсәй көйләгән  Күңелгә

яҡын эй, башорт телем. Күпме рух инә туған тел менән, Асылған телем башҡорт телендә. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәмдә мин Онотмайым һис туған телемде! Р. Солтанғолов – Бикбаев.
Слайд 5

Беҙ дуҫ бит Айнур менән Илшат биш йәштән дуҫлашалар. Гел бер-береһенә

Беҙ дуҫ бит Айнур менән Илшат биш йәштән дуҫлашалар. Гел бер-береһенә

ярҙам итәләр. Ҡайҙа барһалар ҙа, икәүләшеп йөрөйҙәр. Хәҙер уларға 10-ар йәш. Бер көн Айнур менән Илшат һыйыр көтөүенә ҡаршы киттеләр. Китеп барғанда Айназды осраттылар. - Әллә кендегегеҙ йәбешкән инде? Гел икәү йөрөйһегеҙ, - тине Айназ. - Ярамаймы әллә? - тине Айнур. - Ярай. Нимәгә ярамаһын, ти, - тине лә Айназ улар эргәһенән китте. Айнур менән Илшат юлдарын дауам иттеләр. Алыҫтан һыйыр көтөүе күренде. - Әйҙә, бында көтөп торайыҡ, - тине Илшат. - Ярай, - тине Айнур. - Айнур, иртәгә нимә эшләйһең? - тип һораны Илшат. – Әллә Һүрәм буйына барып киләйекме ? - Була инде, ярай, барып килербеҙ. Оҙаҡ булған юҡ ине Һүрәм буйында, - тине Айнур. . . . - Ә минең кейемем ҡайҙа? – тип һораны Айнур. - Белмәйем, - тине Илшат. - Бая улар ошонда ятып ҡалды, ә хәҙер юҡ. Һин генә бында килгәйнең, йәшермәнеңме кейемдәремде? Йәшерһәң, бир, - тине Айнур. - Миңә нимәгә һинең кейемең, – тине Илшат.  Малайҙар, асыуланышып, икеһе ике яҡҡа китте. . . . - Сәләм, Айнур. - Сәләм,- тине Айнур. – Мин ғәфү үтенәм тигәйнем. Кейемемде Айназ алған булған. Бөгөн алып килеп бирҙе. - Ярай, ҡурҡыныс бер нәмә лә булманы ла инде, - тине Илшат. Айнур менән Илшат яраштылар. Икенсе көн Илшат менән Айнурҙың алдына Айназ килеп сыҡты. - Мин ғәфү үтенәм тигәйнем, - тине ул. -Ярай, бер нәмә лә булманы ла инде, - тине Илшат. - Беҙ дуҫ бит, - тине Айнур. Айназ ҡыуанып китте - бөгөн уның ике яҡшы дуҫы барлыҡҡа килде. Ул, беҙ дуҫбит, тигән һүҙҙәрҙең нәмә аңлатҡанын белде. Хәҙер улар дуҫтар, бөтә ерҙә бергә йөрөйҙәр, бер – береһенә ярҙам итәләр. 
Слайд 6

Брат Һин киткәс төҫтәр юғалды, бер нәмәлә ҡыҙыҡһындырмай, Ер шары һинһеҙ

Брат  Һин киткәс төҫтәр юғалды, бер нәмәлә ҡыҙыҡһындырмай, Ер шары һинһеҙ минең өсөн

әйләнмәй. Иҫләйһең ме беҙҙең бала саҡты, нисек беҙ йөрөгәнде, Ә, хәҙер мин ышанмайым һин ташлап киткәнде. "Братан, брат", тип йөрөнөк беҙ икәү, Һәр саҡ айыра алмаҫлыҡ дуҫ булдыҡ. Ләкин нимәгәлер һин киттең бер саҡ. Һин һауа. Мин ер. Булып ҡалдыҡ. Көндәр үтә... һауа минең өсөн юғала, Донъя күңелендә мин ҡалдым үҙем генә. Мин йәнем киттең һинең менән ҡуша Йәшәй алмайынса үҙе генә. Нимә өсөн брат, индең һин бауға, Булманы ме ни башҡа форсат уны оноторға. Һин бит булдың этәргес минең өсөн Ауыр, ҡыйын ваҡытта. Тыңла мине брат, Мин беләм һин ишетәһең! Нишәп һин бер-беребеҙгә кәрәк ваҡытта, Ер аҫтына күмеләһең!? Брат һине онотмайым, Һәр саҡ урын табам күңелем дә. Тик һин китмә алыҫҡа, Минең иҫемдә. Р.Солтанғолов – Бикбаев.
Слайд 7

1941-1945 1941 йылда Ер өҫтөнән үтте танкылар, Снорядтар остолар һауала. Кешеләр

1941-1945 1941 йылда Ер өҫтөнән үтте танкылар, Снорядтар остолар һауала. Кешеләр күп һәләк булды Ауылдарҙа һәм

ҡалаларҙа. Белегеҙ туғандар, кешеләр, Күп нәмәләр булды беҙҙең ерҙә. Ләкин дошман килде Рәсәйгә Һәм юғалды улар мәңгегә.


Кешеләрҙең йөрөктәре  Дөб-дөб итеп тибә. Кешеләрҙең күңелдәре  Ята ҡәберҙәрҙә. Күпме улар тырыштылар Үҙебеҙҙең тыуған ерҙе һаҡларға. Еңеп тә улар сыҡтылар. Дошманды улар ултыртыла урынына 1945 йылда.
Р.Солтанғолов – Бикбаев.

Слайд 8

Дуҫ Рәшит менән Руслан – айырылғыһыҙ дуҫтар. Улар балалар баҡсаһында таныштылар


Дуҫ  Рәшит менән Руслан – айырылғыһыҙ дуҫтар. Улар балалар баҡсаһында

таныштылар һәм яҡшы дуҫтар булып киттеләр. Уларға хәҙер ун бишәр йәш, икәүһе лә Ташлы ауылының мәктәбенә йөрөйҙәр. Рәшит менән Руслан ҡайҙа барһалар ҙа гел бергә.  Бына бөгөн дә улар Һүрәм буйына төшөп баралар: - Руслан, һин беләһеңме, миңә Айһылыу оҡшай, - тине Рәшит. – Мин уның тураһында бер нәмә һорайым тигәйнем. - Һорап ҡара, - тине Руслан. - Һин белмәйһеңме, кем уға оҡшай икән?  - Юҡ. Ләкин Айһылыуҙы тағы кем оҡшатҡанын беләм, - тине Руслан. - Кем? - Мин. Һәм мин уны һиңә бирмәйем. - Ҡарарбыҙ әле, - тине Рәшит. – Ул кемгә булыр икән? Һиңәме, әллә миңәме? - Мин һине туҡмай тип ҡурҡмайһыңмы? – тип һораны Руслан. - Юҡ, - тине Рәшит. – Һуғышҡың килһә, әйҙә. - Һуңынан илап ҡуйма, - тинә лә Руслан Рәшиткә ырғыны. Рәшит менән Руслан һуғыша башланылар, берәү ҙә еңелергә теләмәне. Ләкин Руслан еңеүсе булып сыҡты: - Әйттем бит, һуңынан илап ҡуйма тип, - тине лә Руслан ҡайтыу яғына ыңғайланы. Рәшит үләндә ятып ҡалды. Рәшит менән Русландың һуғышыуына бер аҙна үтеп китте. Рәшиткә Русланһыҙ ҡыйын, ә Русланға - Рәшитһеҙ. Ләкин уларҙың береһе лә беренсе һүҙ башларға һәм ғәфү үтенергә ынтылмай. Бер көн Руслан, ғорурлығын еңеп, Рәшиткә ғәфү үтенергә китте. Китеп барышлай Руслан Рәшитте осратты. Улар бер – береһенә оҙаҡ ҡарап торҙолар. Был тынлыҡты Рәшит боҙорға булды:  - Сәләм, Руслан. - Сәләм. - Мин һиңә китеп бара инем. Һинең эшең бармы әллә? – тине Рәшит. - Юҡ, мин дә һиңә китеп бара инем, - тип яуап ҡайтарҙы Руслан. – Ғәфү үтенәм тигәйнем. - Мин дә һиңә шул уй менән китеп бара инем, - тине Рәшит. – Беҙ һинең менән биш йәштән бирле дуҫбыҙ. Ә бер ҡыҙ өсөн талаштыҡ. - Ысынлап та, бер ҡыҙ өсөн. – Улар көлөшөп ебәрҙе. Рәшит ҡулын һуҙҙы: - Дуҫмы? - Дуҫ. Руслан менән Рәшит ҡабат ярашты. Хәҙер уларҙың дуҫлығы ныҡлы, уны берәү ҙә боҙа алмай.
Слайд 9

Хоҙайым рәхмәт һиңә Минең ғүмер төрлөсә булды Тормош төрлө яҡтан тикшерҙе.

Хоҙайым рәхмәт һиңә Минең ғүмер төрлөсә булды Тормош төрлө яҡтан тикшерҙе. Ләкин Хоҙай түҙемлек

бирҙе Һәм сабырлыҡ алға һөйрәне. Ҡыш - аҡ ҡар менән ҡыуандырҙы, Яҙ - тәбиғәт нурын һипте, Йәй - ҡояш беҙгә йылмайып ҡараны, Көҙ - беҙҙе төрлө төҫкә күмде. Рәхмәт әйткем килә минең шуға Хоҙай мине төрлө яҡтан йылмайҙырҙы. Рәхмәт әйтәм, туған - дуҫтарыма Мине үҙемде ҡалдырмағанға. Ата - әсәм яратҡанын белгәнгә, Кеше йылмайыуын күргәнгә Һәм тәбиғәттең көсөн һиҙгәнгә Хоҙайым рәхмәт һиңә. Р.Солтанғолов-Бикбаев.
Слайд 10